Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 11:17

Бәләкәй Шиҙе оҫтаһы

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман яҡташтарын үҙенең оҫталығы менән ҡыуандырып, эшен дауам итә әле Мозафар Һаҙый улы. Ул – ғаиләһенең ышаныслы тотҡаһы, уңған ир, ҡәҙерле атай һәм бәхетле ҡартатай.

Кемгә нисектер, ә минең күңелемә тәҙрә йөҙлөктәре төрлө биҙәктәр менән һырланған, әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп торған өйҙәр яҡыныраҡ тойола. Башҡалар араһында улар нисектер айырылып тора кеүек.
Район үҙәге Ҡыҙылъярҙа шундай бер өйҙөң хужаһына инеп һөйләшеүҙән тартынманым, сөнки был йорттоң матур тәҙрә йөҙлөктәрен эшләүсе оҫта менән танышыу теләгем көслө ине.
Шулай итеп, районда ғына түгел, ә унан ситтә лә балта оҫтаһы булараҡ дан алған Рәхмәтуллин Мозафар Һаҙый улы менән тәүге тапҡыр күрешеп, һөйләшеп ултырырға насип булды.
Мозафар Һаҙый улы сығышы менән Архангель районы Ҡыҫынды ауылынан. Һөнәре буйынса төҙөүсе. Оҫта ташсы, балта оҫтаһы, мейес сығарыусы үҙ ғүмерендә бик күптәрҙе өйлө итеп ҡыуандырған. Өфө янындағы “Ял”, район үҙәге Ҡыҙылъярҙа эшләп килгән “Осрашыу” кафеларын да башынан аҙағына тиклем төҙөгән кеше ул.Мозафар Һаҙый улы ҡатыны Рима Әҙһәм ҡыҙы менән дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Оло улдары Салауат Нижневартовский ҡалаһында нефтсе булып эшләй. Улдары Динар Ухта, ә Азат Нефтеюганск яҡтарында вахта ысулы менән йөрөп эшләйҙәр. Нефть резервуарҙарын монтажлаусы иретеп
йәбештереүселәр үҙҙәре. Ҡыҙҙары Алһыу Нуриман үҙәк дауаханаһында лаборант вазифаһын башҡара. Бәләкәй улдары Азамат атаһы юлын һайлаған – балта оҫтаһы. Рәхмәтуллиндар Рима Әҙһәм ҡыҙының тыуған Бәләкәй Шиҙе ауылында ғүмер итәләр. Ныҡлы донъя, бай баҡса йорт хужаларының уңғанлығын әллә ҡайҙан күрһәтеп тора.
Мозафар Һаҙый улының яратып башҡарған эше – төрлө һырлы семәрҙәр ярҙамында тәҙрә йөҙлөктәре, сәскәләр ултыртыу өсөн ҡулайламалар эшләү. Биҙәктәрҙе ул үҙе уйлап таба. Дөйөмләштереп әйткәндә, ябай ағастан мөғжизәләр тыуҙыра. Шуның өсөн дә оҫтаға беседка яһатыу өсөн заказдар менән йыш киләләр. Мейес сығартыуға теләүселәр ҙә булып тора икән. Өйөндә лә күп әйберҙәрҙе оҫта үҙ ҡулдары менән яһаған. “Ваҡытында кухня мөйөштәрен дә күп эшләй инем,” - ти әңгәмәсем.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман яҡташтарын үҙенең оҫталығы менән ҡыуандырып, эшен дауам итә әле Мозафар Һаҙый улы. Ул – ғаиләһенең ышаныслы тотҡаһы, уңған ир, ҡәҙерле атай һәм бәхетле ҡартатай.
Читайте нас: