Благовещен ҡалаһынан А.Першин исемендәге 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Рамазанова, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Лилиә Таһирова Нуриман районының Яңы Күл ауылында уҙған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә ултырышында ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, мәғариф ойошмаһы, әүҙем башҡорт йәмәғәтселеге, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Өфө райондары вәкилдәре иң мөһим проекттарҙы көн тәртибендә ҡараны. Милли мәғариф, "Айыҡ ауыл - 2020" проекты, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр хәрәкәтенең эше, тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереүгә арналған һорауҙар уртаға һалып тикшерелде, тәҡдимдәр индерелде. Иң ҡыуаныслыһы, был мәртәбәле сарала Благовещендың әүҙем уҡытыусылары ла башҡалар менән бер рәттән бүләкләнеүе булды. Ҡаланың күп профилле һөнәри колледжы, 3 - сө Үрге Иҙәк мәктәптәре уҡытыусылары Зилә Рәкип ҡыҙы Мусина, Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы Сәфиуллина, Разалия Зәкиулла ҡыҙы Йәркәева Бөтә донъя мәғариф акцияһына ярашлы үткән "Бөтә донъя буйынса башҡорт телендә диктант" яҙыуҙа эшлекле, белемле эксперт булғаны өсөн рәхмәт хаттары һәм сертификат менән бүләкләнде. Был мөһим сараға үҙ өлөшөн индерергән уҡытыусылар менән хаҡлы ғорурланабыҙ һәм ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.