Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 20:33

Бәлә - ҡазаларҙан һаҡланайыҡ!

Водитель танытмаһы булмаған егет арҡаһында бер ғәйепһеҙ бала Благовещен үҙәк район дауаханаһына эләкте

Йәйге осорҙа юлдарҙа шәп,етеҙ йөрөгән скутер, мопед, мотоциклдарға йыш тап булаһың. "Руль артында кем ултыра икән?"- тип ҡурҡыбыраҡ ҡараһаң, йәш кенә үҫмерҙәр - ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы күреп, хайран ҡалаһың.
Быға өҫтәп, уларҙың күбеһе водитель танытмаһыҙ ҙа йөрөй икән әле. Благовещен ҡалаһының Седов урамында тап ошондай аяныслы хәлдә ҡалды ла инде 17 йәшлек егет менән 10 йәшлек үҫмер малай. Йәйәүлеләр юлынан үтеп барған малайҙы мотоциклы менән төкөгән егет, уны ҡаты йәрәхәтләй. Водитель танытмаһы булмаған егет арҡаһында бер ғәйепһеҙ бала Благовещен үҙәк район дауаханаһына эләкте. Юлдарҙа һаҡ булып, имен - аман йөрөйөк!
Читайте нас: