Балтас районының 90 йыллыҡ юбилейына "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса заманса ял паркы төҙөйәсәктәр.
Балтасты төҙөкләндереү өсөн федераль ҡаҙнанан 7 миллион һум аҡса бүленгән. Яңы скверҙа балалар һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ. Улар хәүефһеҙ материал - резина менән ҡапланған. Парк биләмәһе төндәрен декоратив фонарҙәр менән яҡтыртыласаҡ. Тирә-яғы ҡоймалар менән уратып алына.
Төҙөүселәр скверҙы августа файҙаланыуға тапшырырға йыйына.