“Акцияны быйыл уҙғарырға теләһәк тә, сараны киләһе йылға күсерергә тура килә”, – тине ил башлығы дүшәмбе Керчтәге “Залив” суднолар эшләү заводында. Предприятие эшселәре менән аралашыу барышында Владимир Путин, 2021 йылда “Үлемһеҙ полк” тейешенсә киң ҡоласлы, ҡеүәтле һәм матур итеп үткәреләсәк, тип вәғәҙә бирҙе.