Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 14:35

Һыу инеү фажиғәгә әйләнмәһен

Һыу инеү миҙгеле дауам итә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәһәгеҙ ине.

Үткән аҙнала республикала 40 кеше батып үлгәйне, быныһында – 35. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батып үлеүселәр араһында Благовещен районынан ике ир ҙә бар.
Саманан тыш эҫелә, әлбиттә, йылға-күл буйҙарына ашығабыҙ. Әммә ҡайһы бер атай-әсәйҙәр һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында бөтөнләй онота. Эйе, йәй, кемдер ялда, һыу буйына һыра, унан көслөрәген күтәреп килеүселәр ҙә юҡ түгел. Иҫерек килеш батыусылар күп. Күптәр, үҙ көстәренә ышанып, ағын һыулы йылғаларҙа тәрәнгә китеп, харап була.
Балалар йәл. Атай-әсәйҙәре менән һыу инергә баралар. Әммә вайымһыҙлыҡмы, битарафлыҡмы, бәләкәстәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдыралар. Кескәйҙәр – һыуҙа, үҙҙәре – ярҙа. Бала күҙ уңынан юғалғас ,эҙләргә керешәләр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңлайҙар… Ашҡаҙар йылғаһы буйында 6 йәшлек малай шулай һәләк булған.
Әле көндәр эҫе. Һыу инеү миҙгеле дауам итә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәһәгеҙ ине. Ҡотҡарыусылар тағы бер тапҡыр иҫкәртә. Таныш булмаған, һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарға бармағыҙ. Ярҙан алыҫ йөҙмәгеҙ. Йылғаның йәки күл, быуаның икенсе ярына йөҙөп сығырға маташмағыҙ. Өлкәндәр балаларҙы бер секундҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа тейеш. Махсус пляждарҙа ғына һыу инегеҙ.
Читайте нас: