“Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы” форумы Иглин ауылында үтте. Район мәҙәниәт йорто, балалар музыка мәктәбе, район хакимиәте һәм үҙәк майҙандың төп аллеяһында лекция майҙансыҡтары урынлашты. Һуңғы ваҡиғаларға бәйле академия эшендә хәүефһеҙлек саралары күрелде. Форумда ҡатнашыусыларҙың һаны 100-ҙән артманы. Сара сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, күргәҙмәләр ойошторолдо, республиканың әйҙәүсе табиптары, педагогтары, стилистар консультациялар бирҙе, түңәрәк өҫтәлдәр эшләне. Академия эшендә Каринэ Хәбирова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры – республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова, Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко, дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары, күп балалы ғаиләләр вәкилдәре ҡатнашты. Форумда ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алды. Улар, һис шикһеҙ, бәхетле ғаилә төҙөү өсөн ярҙам итәсәк.