Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 13:30

Еңеү артынан - еңеү

Иглиндың йәш музыканттары ижад үрҙәрен яулай.

М. Хисмәтуллин исемендәге Иглин балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Швецияла үткән «Art Sweden Awards-2020» интернет-конкурсында уңышлы сығыш яһаны. «Осҡонсоҡтар» (“Искорки”) ҡатнаш ансамбле (етәкселәре О. Давыдова, Р. Хәсәнова) һәм Анастасия Бубенок (уҡытыусыһы О. Давыдова) беренсе дәрәжә лауреаттары булды. Настя В. Гиллоктың пьесаһын башҡарҙы. Әйткәндәй, был талантлы ҡыҙ быйыл Өфө махсус музыка колледжына уҡырға инде. Йәш музыканттарҙың етәкселәре конкурсанттарҙы сифатлы әҙерләгән өсөн ойоштороу комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Читайте нас: