19 июлдә Иглин районының Охлебинино ауылы янындағы баҫыуҙа үләнгә ут ҡаба. Янғындың сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙә. Асыҡланыуынса, Ағиҙел йылғаһы буйында туристар шашлыҡ бешерә, усаҡты контрольдә тотмай. Тиҙ арала ут ҡоро үләнгә күсә. Бәхеткә, оло бәлә булмай ҡала - янғын тулыһынса һүндерелә. Урында өс янғын һүндереү машинаһы һәм дүрт трактор, эшләй, ауыл халҡы ла ярҙамға килә. Янғын урыны 200 квадрат метр майҙанды тәшкил итә.