Ивано-Казанка ауылы эргәһендә фажиғәле хәл була. «Ике быуа» тип аталған һыулыҡта Преображенка ауылы кешеһе - 60 йәшлек ир бата. Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, В. дуҫтары менән спиртлы эсемлектәр ҡуллана. “Ҡаны ҡыҙған ир” «Һыу инеү тыйыла!» табличкаһы торған урында һыу инә һәм батып үлә. Элементар ҡағиҙәләрҙе үтәмәү кеше ғүмере өҙөлөүгә килтерә. Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ! Фото: vtk-24.ru.