Благовещен районының Эманино ауылы үҙенең гүзәл тәбиғәте менән күптәрҙе ылыҡтыра. Благовещен ҡалаһынан йыраҡ аралыҡта урынлашҡан был ауылға күптәр туғандарына ҡаланан ҡунаҡҡа, йәйге баҡсаһына килеп йөрөп, мул уңыш үҫтерә.
Тап йәйге осорҙа ауылға килеүселәр һаны артҡан һайын юл ситтәрендә, урам буйҙарында сүп - сар күбәйә, арта бара. Барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай, әлбиттә. Улар араһында намыҫһыҙҙары булмаһа, ауыл да, юлдар ҙа сүпкә батмаҫ ине, моғайын. Бедеево Поляна ауыл хакимиәтенә ҡараған был ауылдың тирә - яғын таҙартыу маҡсатында саҡырылған "Эко - Логистик" йәмғиәте күп көс түкте. Уларҙан һуң, урамдар, юл ситтәре таҙарып, күркәмләнеп ҡалды.