Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 15:46

Төҙөлөш эштәре әүҙем бара

Балалар баҡсаһы күҙгә күренеп матурлана

Петрово-Федоровкала һалыныусы балалар баҡсаһында әлеге ваҡытта һыу үткәргес торбалар һуҙыла, гидранттар, сантехника, һыу йылытҡыстар монтажлана.
Бина эсендә асылма түшәмдәр ҡуйыла, стеналар буяла. Шул уҡ ваҡытта территорияны төҙөкләндереү эштәре лә бара: балалр өсөн уйын майҙансыҡтары ҡуйыла. Артабан аш-һыу ҡорамалдарын монтажлау планлаштырыла. Төҙөлөш эштәре 2020 йылдың ноябрендә тамамланасаҡ, ти белгестәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, объект “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Фотолар район хакимиәте төркөмөнән.
Читайте нас: