Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 10:55

Ихтирамға лайыҡ яҡташ

Райондың үҫешенә һәр яҡлап та тос өлөш индергән сал сәсле ветеранға, район етәкселеге артабан да ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, матур ғүмер

Шишмә районы халҡы үҙенең күренекле шәхестәрен, билдәле кешеләрен онотмай, уларҙы башҡарған эштәре, республика, район үҫешенә индергән өлөшө өсөн хөрмәт итә.Шишмәләр өсөн райондың почетлы гражданы, райкомдың беренсе секретары, БАССР - ҙың Юғары Советы депутаты Вәғиз Ниғмәтйән улы Яҡуповтың исеме киң билдәле. Ветерандың 85 йәшлек юбилейын ҡотларға тип килгән район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров юбиляр Вәғиз Яҡупов менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. Алсаҡ, һүҙгә бай Вәғиз Ниғмәтйән улы үҙе эшләгән осорҙағы хәтирәләргә бирелеп, районда юл - күперҙәр, ҡасабала күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн, бергә эшләгән кешеләрҙе лә иҫкә төшөрҙө. Райондың үҫешенә һәр яҡлап та тос өлөш индергән сал сәсле ветеранға, район етәкселеге артабан да ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, матур ғүмер теләне.
Мәғлүмәт Шишмә район хакимиәте башлығы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: