14-се быуаттың тарихи- архитектура ҡомартҡыһы булған Турахан, Хөсәйенбәк кәшәнәләренә заманса навигаторҙар, ә райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын барып күрергә теләгәндәр өсөн юл күрһәткес ҡуйылды. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн барса юлдар ҙа асыҡ, тик иренмәй генә, кил дә күр.