"Башҡорт ихаталары" һәм "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" региональ программаларға нигеҙләнеп, Өфө районында башҡарылған эштәр көйлө бара.Урыҫ Юрмашы ауыл хакимиәтенә ҡараған Шмидт ауылының Тыныслыҡ урамындағы 2-се һанлы күп фатирлы йорт биләмәһе тәртипкә килтерелә. Был йортта йәшәүселәрҙең олоһо ла, кесеһе лә буш ваҡытында күп функция башҡарған биләмәлә үҙенә ҡыҙыҡлы, файҙалы шөғөл таба аласаҡ. Йорттоң тирә - яғындағы юлдарға асфальт түшәлде, тротуарҙар яңыртылды. Яҡтыртылған, йәшелләндерелгән территорияға эскәмйәләр, сүп - сар һауыттары ҡуйыласаҡ. Балалар майҙансығына хәүефһеҙ япмалар түшәлде. 15 авгусҡа тиклем сәләмәт тормош алып барыусылар өсөн саф һауала тренажерҙар комплексы ла беркетеләсәк.