Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:13

Ҡайҙа ҡорбан салырға ярай?

Коронавирус пандемияһы арҡаһында, быйыл күп фермерҙар руханиҙар менән берлектә муниципаль райондарҙа һарыҡтарҙы Өфөгә килтермәй генә махсус майҙансыҡтарҙа һуйырға планлаштырған.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин ҡорбан салыуға бәйле быйылғы ҡағиҙәләрҙе әйтеп үтте. Башҡортостандаң ҡала һәм райондарында ҡорбан салыу өсөн махсус майҙансыҡтар билдәләнәсәк. Өфөлә улар икәү – Зинино ауылы янында һәм Төньяҡ автовокзал яғында буласаҡ.
– Күпселек ҡала һәм райондарҙа шулай уҡ махсус урындар әҙерләнәсәк. Беҙҙең республика был байрамда әүҙем ҡатнаша, йыл һайын уның ваҡытында 10 меңдән ашыу баш мал ҡорбанға килтерелә. Һәм был һандар арта ғына, – тине Азат Йыһаншин.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл Өфөлә ике мең самаһы баш мал салыу күҙаллана. Бынан тыш коронавирус пандемияһы арҡаһында, быйыл күп фермерҙар руханиҙар менән берлектә муниципаль райондарҙа һарыҡтарҙы Өфөгә килтермәй генә махсус майҙансыҡтарҙа һуйырға планлаштырған. Бындай осраҡтарҙа ит махсус ҡорамалландырылған транспорт менән килтереләсәк. 45 муниципалитетта махсус урын әҙерләнгән, 18-ендә мал һуйыу хужалыҡтар биләмәһендә башҡарыласаҡ.
– Һуңғы ике йыл тәжрибәһе күрһәтеүенсә, малды берҙәм махсус әҙерләнгән майҙансыҡтарҙа һуйыу ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. Ул кешеләр һәм руханиҙар араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырмай. Процесс контролдә тотолғас, ҡулланыусы сифатлы һәм таҙа тауар ала, - тине ул. – Быйыл бөтә майҙансыҡтарҙа ла санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш.
Әйтеп үтәргә кәрәк, ундай майҙансыҡ Благовещен ҡалаһының Төнъяҡ биҫтәһендә, ә ауылдарҙа - мәсеттәр алдында булдырыла.
Фото:
ufanewsrb.ru
Читайте нас: