Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 10:52

Быуаттан - быуатҡа күскән ҡомартҡы

Шишмә район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров сираттағы эш сәфәре өсөн Хөсәйенбәк мәсетен һайланы

Шишмә район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров сираттағы эш сәфәре өсөн Хөсәйенбәк мәсетен һайланы. Үҙенең күркәм бинаһы, тирә - яҡтағы ла, эстәге лә таҙалығы, бөхтәлеге менән үҙенә йәлеп иткән был иман йорто күптәрҙең яратҡан урынына әүерелгән. Был мәсеттә 1841 йылда нәшер ителгән Ҡөрьән китабы һаҡланыуы менән дә ул киң билдәле. Сифатлы тире менән көпләнгән тышлы был китапты баҫтырғанда яҡшы ҡағыҙ ҡулланылған. Ғәрәп телендә ҡулдан яҙылған, әле лә танылып, уҡылған яҙмалар ҙа үҙенең әһәмиәтен юғалтмаған. Хөсәйенбәк мәсетенә килгән хакимиәт башлығы 31 июлдә үтәсәк Ҡорбан байрамының нисек ойоштороласағы менән дә ҡыҙыҡһынды.
Читайте нас: