Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:23

Эшкәртеү эштәре әүҙем бара

Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында йорт буйҙарын, подъездарҙы, урамдарҙы, квартал-ара үткелдәрҙе, тротуарҙарҙы дезинфекциялау эштәре дауам итә.

Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында йорт буйҙарын, подъездарҙы, урамдарҙы, квартал-ара үткелдәрҙе, тротуарҙарҙы дезинфекциялау эштәре дауам итә.
Күп ҡатлы йорттарҙағы дөйөм милекте санитар эшкәртеүгә финанс саралары республика ҡаҙаһынан, идарасы компанияларға һәм йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға коронавирус инфекцияһына ҡаршы йәйелдерелгән эшмәкәрлектә ярҙам йөҙөнән бүленгән.
“Башфармация” ойошмаһы аша муниципалитеттар 15 меңгә яҡын битлек, комбинезондар, бирсәткәләр, 10 мең пар итек һәм һаҡлаусы күҙлектәр, ике мең артмаҡлы һиптерткес һәм 16 мең литр дезинфекциялау саралары (ҡатнашмаға әйләндергәс, 15 миллион литрға әүерелә) алған. Улар ағымдағы йылдың сентябренә тиклем муниципалитеттарҙың ихтыяжын ҡаплай.
Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сараларҙың ваҡытында үткәрелеүен контролдә тота, тикшереүҙәр ойоштора.
1 апрелдән алты меңгә яҡын подъезд тикшерелгән, хилафлыҡтар асыҡланмаған. Республиканың Торлаҡ-хужалыҡ министрлығы вәкилдәре лә даими тикшереүҙәр ойоштороп тора.
Республикала көн һайын ике мең ихатаны, 15 мең подъезды планлы дезинфекциялау үткәрелә. Республиканың Торлаҡ-хужалыҡ министрлығы булдырған регламентҡа ярашлы, подъездарҙы дезинфекциялау аҙнаһына ике тапҡырҙан да һирәгерәк үткәрелергә тейеш түгел, бәләкәй архитектура формаларында - кәмендә аҙнаһыа бер тапҡыр.
Баш ҡалала ла торлаҡ ойошмалары санитар эшкәртеү һәм дөйөм торлаҡ мөлкәтен дезинфекциялау эштәрен әүҙемләштергән.
Фото: riamo.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: