Өфө район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров Дмитриевка, Авдон, Булгаков ауылдарының участка дауаханаларына эш сәфәре ойошторҙо.Хәстәрлекле, талапсан район етәксеһе әлеге пандемия осоронда дауаханаларға табипҡа тип килгән сирлеләрҙең тән температураһын үлсәп, ҡулдарын дезинфекциялаған фильтрға иғтибарын бүлде. Баш табиптар менән әңгәмә барышында сирлеләрҙең мотлаҡ битлектә булыуын, медицина хеҙмәткәрҙәренең бөтә ҡағиҙәләрҙе лә теүәл үтәүен талап итте.