Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:00

Изге башланғыстар аша тормошҡа

Тыуған ерен яратҡан, уны матурларға, күркәмләндерергә тырышҡан егеттең изге башланғыстарын башҡа ауылдаштары ла хуплап сығыр, матди яҡтан да ярҙам итер тип уйлайым.

Өфө районының Михайловка ауылында йәшәгән Айрат Сәйғафаров тураһында күптәр хәбәрҙар.Һөнәре буйынса инженер - төҙөүсе булараҡ, ул үҙенең инициативаһы менән ауыл майҙансығында ГОСТ талаптарына яуап биргән бәүелсәктәр яһап ҡуйған. Ҡатыны менән 11 кешенән торған "Минең йортом бында" тигән фонд та булдырған әле, был егәрле егет. Үҙенең өс ҡатлы йорто эргәһенә яһап ҡуйған спорт майҙансығына килеп шөғөлләнгән балаларға, йәштәргә лә ҡарап ҡыуана Айрат Сәйғафаров. Михайловкалағы ял итеү паркынан шәп арт - объект та яһарға иҫәп тота ул. Тыуған ерен яратҡан, уны матурларға, күркәмләндерергә тырышҡан егеттең изге башланғыстарын башҡа ауылдаштары ла хуплап сығыр, матди яҡтан да ярҙам итер тип уйлайым.
Читайте нас: