Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:20

"Мәңге иҫтә яҡташтар", - ти ауыл халҡы

Август аҙағында яңыртылып асыласаҡ обелиск, яу яландарында беҙҙең тыныс тормош өсөн башын һалған яугирҙарҙы, уларҙың үлемһеҙ батырлығын гел иҫләтеп, хәтерләтеп торор.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән быйылғы йылда Шишмә районының Әр ауылында батыр яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск реконструкциялана. Уның стелаһы яңыртыла, стендтағы исем - шәрифтәр ҡабат - ҡабат тикшерелә, тирә - яҡ майҙанға заманса плитә түшәлә, 1941 - 1945 йылдарҙы хәтерләтеп торасаҡ һандар, яңы тимер кәртәләр әҙерләнгән дә инде. Август аҙағында яңыртылып асыласаҡ обелиск, яу яландарында беҙҙең тыныс тормош өсөн башын һалған яугирҙарҙы, уларҙың үлемһеҙ батырлығын гел иҫләтеп, хәтерләтеп торор.
Читайте нас: