Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:10

Сәләмәт булһын йәштәр

Дәүләт, үҙ сиратында йәш белгестәргә йәшәү шарттарын тыуҙырһа, ә икенсенән йәштәрҙең һаулығын, насар ғәҙәттәрҙән азат булыуын да хәстәрләй

Өфө районындағы спорт мәктәптәрендә эшләгән өс тренер "Ауыл тренеры" программаһында ҡатнаша. 50 мең кеше йәшәгән ауыл ерендә йәки ҡала тибындағы ҡасабала йорт йәки фатир, ер участкаһы һатып алып, үҙ йортон төҙөргә ниәтләгән егеттәргә 600-ар мең һум аҡса бирелде. Михайловканан Ринат Мөхәмәтйәнов - ауыр атлетика, Арсен Әхмәтов - хоккей буйынса балалар менән шөғөлләнһә, ә Авдондан Михаил Сорокин спорт билдәләүе секцияһын алып бара. Үҙҙәре лә сәләмәт тормош яҡлы егеттәр, үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре араһында спортҡа тәрән һөйөү тәрбиәләй. Дәүләт, үҙ сиратында йәш белгестәргә йәшәү шарттарын тыуҙырһа, ә икенсенән йәштәрҙең һаулығын, насар ғәҙәттәрҙән азат булыуын да хәстәрләй.
Читайте нас: