Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 10:55

Йорттарға - зәңгәр яғыулыҡ

Халыҡ өсөн бик кәрәкле был эштәр быйылғы йылдың ноябрендә тамамланасаҡ

Шишмә ҡасабаһында "Риссет" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Төньяҡ, Заречный микрорайондарындағы Шайморатов, Ф.Ҡудашева урамдарына газ көйләгес пункттарын төҙөй.
Тап ошо пункттар әлеге мәлдә эшләп торған газүткәргес селтәренә ҡушылып, уларҙан Юл, Юбилейный, Еңеү, Тирәк, Мәсәлимов, Ялан, Йосопов урамдарындағы йорттарға зәңгәр яғыулыҡ киләсәк. Халыҡ өсөн бик кәрәкле был эштәр быйылғы йылдың ноябрендә тамамланасаҡ.
Мәғлүмәт Шишмә район хакимиәте башлығы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: