Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 10:59

Краснодарҙан ҡайтҡан туристар тикшерелә

Йәй миҙгелендә “Өфө” аэропортынан илдең көньяҡ төбәктәренә аҙнаһына 38 рейс башҡарыла, осоуҙы 11 авиакомпания үтәй

Республианың коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы оператив штабы ҡарары буйынса 28 июлдән алып Өфөгә Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан, айырыуса Краснодар крайынан килгән пассажирҙарҙы аэропортта һайлап алыу юлы менән COVID-19-ға тикшерәсәктәр.
Беренселәрҙән булып тикшереүҙе Сочи ҡалаһынан килгән “Pegas Fly” авиакомпанияһы башҡарған EO-146 рейсының 202 пассажиры үтте. Boeing 737-900 бортында “Роспотребнадзор” белгестәре туристарҙы яңы талаптар менән таныштырҙы һәм тән температураһын үлсәне. Терминал 1 зонаһында коронавирусҡа анализдар алыу буйынса биш медицина бригадаһы эшләне.
Йәй миҙгелендә “Өфө” аэропортынан илдең көньяҡ төбәктәренә аҙнаһына 38 рейс башҡарыла, осоуҙы 11 авиакомпания үтәй. Пландар буйынса, август аҙағына тиклем Ҡара диңгеҙ курорттарына 65 мең самаһы республика кешеһе самолетта барасаҡ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: