Урман ауылында шартлау булды, зарар күреүселәр бар. Был хаҡта хәбәр Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә килде. Ваҡиға элекке хәрби арсенал территорияһында була. Унда шартламый ҡалған боеприпастарҙы таҙартыу буйынса эштәр алып барыла. Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, «Форпост Балтика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дүрт хеҙмәткәре зыян күрә. Был ойошма хәүефле ҡалдыҡтарҙы йыйыу, шартлатҡыс матдәләр етештереү менән шөғөлләнә, Рәсәй оборона министрлығы менән хеҙмәттәшлек итә. Блгестәр әйтеүенсә, урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ. Фото: bryansktoday.ru.