Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 11:19

"Көмөш йәш"тәр дәртле йәшәй

Өфө районы Михайловка моделле ауыл мәҙәниәт йортоноң "Көмөш йәш" клубы ағзалары буш ваҡытының һәр минутын файҙалы итеп үткәрә белә

Өфө районы Михайловка моделле ауыл мәҙәниәт йортоноң "Көмөш йәш" клубы ағзалары буш ваҡытының һәр минутын файҙалы итеп үткәрә белә.Үҙҙәренә күҙ теймәһен, һә тигәнсе улар концерт, кисәгә лә әҙер, курстарҙа уҡып та өлгөрә, сәйәхәттәр ҙә уларҙы ҡурҡытмай. Быйылғы йәйҙә генә әле етәкселәре Сания Кәлимулла ҡыҙы Белая менән Күгәрсен, Архангел районының гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып, бергәләшеп йөрөп ҡайтҡандар. Таҙа һыулы Инйәр, Кесе Эйек йылғаларында һыу ҡойоноп, Башҡортостандың тәбиғәт паркы - Мораҙым тарлауығын күреү бәхетенә ирешкән улар.- Беҙҙең барса уйҙарыбыҙ бергә, эштәребеҙ көйлө. Баҡсалағы уңыш та, өҫтәлдәге һый - ниғмәт тә гел уртаҡ. Булғаны менән бүлешеп, хәл - әхүәлдәр белешеп, бер - беребеҙгә ихтирамлы, терәк - таяныс булып йәшәйбеҙ. Ә тыуған Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итеү беҙҙе рухландыра, йәшәтә һәм йәшәртә, - тип һөйләне клуб ағзалары Татьяна Манохина, Ирина Бобб, бер тауыштан.Бына шулай ҡартлығының ҡәҙерен белеп, берҙәм, татыу йәшәй "Көмөш йәш" клубы апайҙары.
Мәғлүмәт Өфө районының Михайловка моделле ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән алынды.
Читайте нас: