Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 11:15

Подъездар тәртипкә килтерелә

"Тәртип тупһанан башлана" тигәндәй, күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарға килеп инеү менән ундағы тәртип, таҙалыҡты күрһәң, кәйеф күтәрелеп китә

"Тәртип тупһанан башлана" тигәндәй, күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарға килеп инеү менән ундағы тәртип, таҙалыҡты күрһәң, кәйеф күтәрелеп китә.Ошондай күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы тәртиптә тотоу маҡсатында республиканың капиталь ремонт фонды йүнәтеү, төҙөкләндереү эштәре алып бара. Башҡортостанда "Подъездарҙы комплекслы ремонтлау" программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән, Благовещен районында ла, "Жилкомсервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт подряд ойошма булараҡ, әлеге ваҡытта ҡалалағы 5 йортта 16 подъезды ремонтлай. Быйылғы йыл аҙағынаса Благовещендағы 9 йорттоң 7-дә түшәм яңыртыласаҡ, ҡалған 2-нә үҙәк һыу үткәреү системаһы көйләнеп, лифт та ҡуйыласаҡ. Юғарыла телгә алған барса эштәр теүәл үтәлеп, тормошҡа ашһа, халыҡ күпләп йәшәгән күп ҡатлы йорттар тағы ла матурайыр, күркәмләнер.
Читайте нас: