Йәйғор
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 17:20

Бәлә аяҡ аҫтында

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре күпме генә киҫәтеп, водителдәр араһында профилактик эштәр алып барыуға ҡарамаҫтан, юлдарҙа авариялар йыш күҙәтелә

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре күпме генә киҫәтеп, водителдәр араһында профилактик эштәр алып барыуға ҡарамаҫтан, юлдарҙа авариялар йыш күҙәтелә.27 июлдән 2 августҡа тиклем республикала юл хәрәкәтен боҙоусоларға 190 протокол төҙөлһә, ә Благовещенда 12 юл фажиғәһе теркәлде. Улар араһында машиналарҙа бәрелешкәндәр ҙә, эскән килеш руль артына ултырып, идара итеүселәр ҙә бар. Бәләгә тарыған водитель, пассажирҙарға үҙ ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелеп, бар осраҡтарҙа автоинспекторҙар тарафынан протоколға теркәлгән. ""Бәлә ағас башынан йөрөмәй, ә кеше башынан йөрөй" тигәндәй, юлдарҙа уяу, бәлә - ҡазаларҙан һаҡ булайыҡ. Бәлә аяҡ аҫтында.
Читайте нас: