Бедеева Поляналағы Уральская урамы ла төҙөкләндерелә. Шәхси эшҡыуар Андрей Зырянов бушлай биргән таҡталар менән Уҫы йылғаһы аша һалынған күпер йүнәтелә. "Күмәкләгән - яу ҡайтарған" тигәндәй, бергәләшеп тотонғас, "Таҙа йома" ларҙа дәррәү эшләгәс, ауыл урамдары таҙа, сүп - сар ҙа күренмәй. Булғанын һаҡларға, ҡәҙерләй белергә генә кәрәк.