Владимир Путин июль аҙағында илдәге санитар-эпидемиологик хәл буйынса ҙур кәңәшмә үткәрҙе. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы көҙөн грипп, бүтән инфекциялар өҫтәлгән миҙгелдә коронавирусҡа ҡаршы торорға әҙерме? Һүҙ ошо турала барҙы.
Кәңәшмәлә Вице-Премьер Татьяна Голикова, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова һәм башҡалар сығыш яһаны.
Дөйөм алғанда, коронавирус менән сирләүселәр һаны кәмей барһа ла, хәл ҡатмарлы булып ҡала. Тынысланырға урын юҡ. Көҙгө-ҡышҡы осорға илдең һаулыҡ һаҡлау системаһы әҙер булырға тейеш. Вакциналар тураһында ла һүҙ булды.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, быйыл гриптың бығаса булмаған штамдары көтөлә икән, былтыр ҙа, унан алда ла привикалар эшләнмәгән. Шуға күрә вакцинациялауға етди ҡарарға кәңәш ителә. Был турала Анна Попова иҫкәртте. Уның әйтеүенсә, көндәр һыуынғас, грипп менән ауырыусылар ҙа күбәйә. Дауахана эсендә коронавирус таралмаһын өсөн COVID-19 менән сирләүселәрҙе айырым дауаларға кәрәк буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, алда ла еңел булмаған осор дауам итә...
Автор: Эльвира Әсәҙуллина