Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 13:03

Бөтә ғүмере - музыка донъяһында

Музыкант тыңлаусыларында тере музыкаға, рухи мәҙәниәткә һөйөү уята, уларға йырҙарҙа сағылыш тапҡан данлы тарихыбыҙҙы оҫта итеп еткерә белә.

Рәжәп Вәдүтов - бөтә ғүмерен музыкаға арнаған шәхес. Ул бәләкәй сағынан уҡ гармун моңына ғашиҡ. Малай ҡасып ҡына өлкәндәрҙең гармун тартҡанын күҙәтә торған була. Оҙаҡламай ул үҙе лә был музыкаль инструментта уйнарға өйрәнеп ала. Бала саҡтан музыкаға һөйөүе буласаҡ артисты Куйбышев музыка-педагогия институтына алып килә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес хеҙмәт эшмәкәрлеген Учалы ҡалаһының балалар музыка мәктәбендә баян уҡытыусыһы булып башлай. Күп тә үтмәй талантлы музыкантты Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. Ул унда солист-инструменталис һәм аккомпаниатор булып эшләй. Йәш музыкант башы менән эшкә сума. Шул уҡ ваҡытта радио һәм телевидениела уның сығыштары яҙыла. Музыкант Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Рамаҙан Йәнбәков, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина, виртуоз ҡубыҙсы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роберт Зәғретдинов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтов һәм башҡа талантлы сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән республика һәм ил буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Һәр концерт тулы аншлаг менән үтә. 1973 йылда радионан Рәжәп Вәдутов эшкәртеүендә беренсе яҙмалар - «Тау бөркөттәре», «Ҡаҙ канаты», «Тәфтиләү» һәм башҡа бейеү көйҙәре яңғырай. Музыкант 1977 йылда Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй эстрада артистары бәйгеһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсөм Хәбибуллинаға аккомпаниатор була. Р. Вәдүтовтың сығышы аккомпаниатор номинацияһында юғары баһалана. 1981-1982 йылдарҙа Мәскәү һәм Ленинградта ике соло пластинкалары, 2000 йылда соло аудиокассетаһы донъя күрә. Рәжәп Вәдүтовтың үҙенең эшкәртеүендә нотаға баҫылған “Сборник оригинальных обработок народных мелодий” исемле китабы сыға. Ул урта һәм юғары музыка уҡыу йорттары студенттары өсөн дә һәм концерттарҙа уйнар өсөн әҫәрҙәр булып иҫәпләнә. Талантлы яҡташыбыҙ эстрада төркөмө ойоштора, уның составына гитарасылар (соло, ритм, бас), һуҡма инструменттар, кларнет инә. Рәжәп Вәдүтов күп тапҡырҙар хөкүмәт концерттарында сығыш яһай. Ул Мәскәү ҡалаһында Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған фестивальдә сығыш яһай. Музыкант филармония залында ике бүлектән торған концерт бирә. 1977 йылда Р. Вәдүтов оҙонлоғо 5000 км булған ун көнлөк артистар авто уҙышында ҡатнаша. Сара Рәсәй ҡалалары буйлап үтә. Яҡташыбыҙ күп кенә халыҡ-ара конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, 1998 йылда Австрияның Мольн ҡалаһында үткән варган музыкаһы фестивалендә «Аккомпаниатор һәм импровизатор» номинацияһында лауреат була. Ул шулай уҡ «Петропавловск ассамблеяһы - 2005» (Санкт-Петербург) - халыҡ-ара баянсылар, Италияла (Кастельфирардо ҡалаһы) - баянсы- аккордеонсылар бәйгеләренең дипломанты. Р. Вәдүтов - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Р. Вәдүтов – ҡатыны өсөн уңған ир, балаларына – яҡшы атай, биш ейәненә - яратҡан олатай. Тормош иптәше менән улар ике балаға – ҡыҙҙары Энжегә һәм улдары Илсафҡа ғүмер бирәләр, уҡытып, ҙур юлға сығаралар. Улар икеһе лә аталары юлынан китә - музыкант юлын һайлай. Инде егерме йылдан ашыу маэстро Рәжәп Вәдутов үҙ аллы эшләй, соло концерттар бирә, даими рәүештә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашыуҙар үткәрә. Ул «Играй гармонь, играй баян!» ижади танып-белеү программаһын алып бара, унда төрлө милли музыка ҡоралдары менән таныштыра. Күп һанлы фекерҙәргә ҡарағанда, Р. Вәдүтов үткәргән саралар оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Музыкант тыңлаусыларында тере музыкаға, рухи мәҙәниәткә һөйөү уята, уларға йырҙарҙа сағылыш тапҡан данлы тарихыбыҙҙы оҫта итеп еткерә белә. Бындай осрашыуҙарҙа йыр-моң һөйөүсөләр республика территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың моңо менән яҡындан таныша ала. Маэстроның емешле эшмәкәрлеге тураһында бик күп Рәхмәт хаттары һөйләй. Рәжәп Вәдүтов һәр ваҡыт хәрәкәттә, ул оҫталығын арттырыу өҫтөндә даими шөғөлләнә. Белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәжәп Мулләғәле улының уйнау сəнғəтенə һоҡланғыс башҡарыу техникаһы, стилде нескə тойоу, аһəңлек һəм музыкаллек хас. Яҡташыбыҙ ҡатнашлығындағы концерттар һәр ваҡыт тулы залдар менән үтә, уның һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелә. Рәжәп Муллағәле улы Вәдүтов беҙҙең республикала классик һәм халыҡ-эстрада йүнәлештәрендә берҙән-бер солист-инструменталис, баянсы-виртуоз һанала. Коллегалары халыҡ музыкаһын ошондай сағыу һәм талантлы пропагандалаусы шәхес, һис шикһеҙ, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты исемен йөрөтөргә хаҡлы, тип иҫәпләй улар.
Читайте нас: