Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 13:48

"Изге уйҙар менән йәшәйек!"- ти Фарил Морсалов.

Ауылдарҙа әүҙем, эшлекле, талапсан, тәүәккәл, ярҙамсыл кешеләрҙең булыуы ауылды йәшәтә, уның усағын һүндертмәй, халҡын берләштерә, дуҫлаштыра

Ауылдарҙа әүҙем, эшлекле, талапсан, тәүәккәл, ярҙамсыл кешеләрҙең булыуы ауылды йәшәтә, уның усағын һүндертмәй, халҡын берләштерә, дуҫлаштыра.Благовещен районының Арҡауыл, Биштин ауылдары халҡы иң изге байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан байрамын билдәләне. Әлеге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, уның санитар нормаларын теүәл үтәгән ауылдаштар, байрам намаҙына йыйылып, ил - көн тыныслығына, халыҡтар дуҫлыҡ - берҙәмлегенә, һаулыҡ - сәләмәтлеккә бағышлап аяттар уҡыны. Ауылдаштарын йыйып, тыуған ауылында мәсет төҙөтөүгә күп көс түккән имам - хатиб Фарил Вәлийән улы Морсаловтың яҡташтарына әйтер һүҙҙәре лә, теләктәре лә күп булды был изге көндө.Ә Арҡауылда Иҫке Надеждин ауыл хакимиәте, ауыл Советы депутаты Рәүзиә Мөхәмәтшина тарафынан ойошторолған Ҡорбан байрамында Благовещен ҡалаһындағы "Әл - Фатиха" мәсетенең имам - хатибы Марат Ғүмәров килеп, урамда уҙған байрамға йыйылған халыҡты ҡотланы, вәғәз һөйләп, доғалар ҡылды.Мосолмандар күпләп йәшәгән Арҡауыл, Биштин ауылдары халҡы дини йолаларҙы тергеҙеп, байрамдарҙы ла бергә үткәрә, яңы тыуған балаларға исем ҡуша, йәштәргә никах уҡый, әруахтар рухына доға ҡыла. - Матур, изге уйҙар, сауаплы эштәр ҡылып йәшәһәк, уларҙың сауабы ла быуын - быуын нәҫелебеҙ вәкилдәренә әйләнеп ҡайтыр, - тине хушлашҡанда имам - хатиб Фарил Морсалов.
Читайте нас: