Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 13:00

Владимир Путин ҡайғы уртаҡлашты

Кремль сайтының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Бейрут портындағы шартлауҙан һуң булған ҡорбандар һәм ҙур емерелеүҙәр айҡанлы Ливан Президентына ҡайғыларын уртаҡлашып, телеграмма ебәрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бейрут портындағы шартлауҙан һуң булған ҡорбандар һәм ҙур емерелеүҙәр айҡанлы Ливан Президенты Мишель Аунға ҡайғыларын уртаҡлашып, телеграмма ебәрҙе. Был хаҡта Кремль сайтының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бында ул һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының хәсрәтен бүлешә, зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләй.
Бейрут диңгеҙ портында көслө шартлау 4 августа яңғырай. Һөҙөмтәлә әллә нисә саҡрымдағы биналар емерелә, һәләк булыусылар ҙа бар.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: