Йәй еләк-емеш мәле. Йәйен бермекләп яһағанды, ҡышын тәмләп ашайһың.
Баласаҡтан өләсәйемдәр тирәһендә уралғас, еләккә барып, ҡаҡ ҡойоп, үләндәр киптергәне әле булһа күҙ алдында. Быйылғы йыл еләккә бик бай булды, һуңғы тапҡыр хатта июль аҙағында бер күнәк еләк йыйып алдыҡ, еләк ҡағын яһап рәхәтләндек. Балаларға ла бик оҡшай, хәзер гәзит уҡыусыларға ла өйрәтергә булдым.
Еләкте йыуып, сүп-сарҙан араланым, төбөн ҡалдырырға ла мөмкин – витамины күберәк була, һауытҡа һалып, блендер менән ваҡланым да, алдан әҙерләнгән фанера таҡталарҙы көнбағыш майы менән майлап (һауыт йыуа торған губка ҡулландым), еләк массаһын һалып, йоҡа итеп йәйҙем дә ҡояшлы, елләй торған урынға ҡуйҙым, көн эҫе булғанда кискә кибә, әкерен генә аҡтарып алып икенсе яғы менән йәйеп киптерәм дә, кипкән ҡаҡты сепрәк тоҡсайҙарға һалып еләҫ урынға һаҡларға элек ҡуям.
Ҡышҡы һыуыҡтарҙа алып кереп сәй эсһәң, телеңде йоторлоҡ. Еләк, ҡарағат, алма, слива, балан ҡаҡтары бигерәк тәмле. Алма, слива, баланды иләк аша һөҙөү кәрәк. Ҡаҡтарығыҙ тәмле булһын!