Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:47

Һаулыҡты ҡайғыртайыҡ

Дөйөм ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәндәргә бер меңдән өс меңгәсә, ә ҡабаттан тотолғандарға өс меңдән биш меңгәсә штраф һалынасаҡ.

Әлеге коронавирус сире ҡоторған осорҙа барса йәмәғәт урындары - һатыу нөктәләрендә, дауаханаларҙа, дөйөм туҡланыу урындарында, транспортта хәүефһеҙлек саралары күрелә, халыҡтан барса талаптарҙы етди үтәү талап ителә.Ошо йәһәттән "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Павел Аверьянов, эксплуатация бүлеге начальнигы Алексей Васюра, колонна начальнигы Вадим Фокин Благовещенға килеп, унда хеҙмәткәрҙәрҙе йыйып, кәңәшмә үткәрҙе. Автобустарҙың һәр рейстан һуң мотлаҡ дезинфекцияланыуы, пассажирҙарҙың салонға битлекһеҙ индерелмәүе тураһында етди һөйләшеү булды. Рейсҡа юлланасаҡ һәр автобуста битлектәр, ҡулдарҙы дезинфекциялаусы шыйыҡсаларҙың да булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды етәкселәр. Был дөйөм ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәндәргә бер меңдән өс меңгәсә, ә ҡабаттан тотолғандарға өс меңдән биш меңгәсә штраф һалынасаҡ. Һаулыҡҡа ла зыяны булған, кеҫәгә лә һуҡҡан был эпидемия осоронда барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә теүәл үтәп, сәләмәт йәшәү рәүешенә ныҡлы иғтибар итәйек.
Читайте нас: