Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:49

Иглин районында хәрби снаряд табылған

Ваҡыт үтеү менән ул бик ныҡ тутыҡҡан

Граждандар һуғышы ваҡытынан ҡалған снарядты үҙенең ер участҡаһында эшләүсе иглинлы таба. Ул шикле предмет табыуы тураһында республиканың Росгвардия идаралығынана хәбәр итә. Билдәләнгән урынға килгән белгестәр бомбаның Граждандар һуғышы ваҡытынан ҡалған артиллерия снаряды икәнен асыҡлай. Ваҡыт үтеү менән ул бик ныҡ тутыҡҡан. Снарядты хәүефһеҙ урынға сығарып юҡ итәләр.
Фото Интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: