Йәйғор
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 11:15

Бәхәс ыңғай хәл ителде

Благовещен үҙәк район дауаханаһының "Тиҙ ярҙам" машиналары водителдәренең ял итеү бүлмәһе булмауға бәйле бәйле шау - шыуҙы күптәр ишеткәндер.

Благовещен үҙәк район дауаханаһының "Тиҙ ярҙам" машиналары водителдәренең ял итеү бүлмәһе булмауға бәйле бәйле шау - шыуҙы күптәр ишеткәндер.Килеп тыуған сетерекле мәсьәләне хәл итер өсөн дауахана хакимиәте, медицина хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы, "Тиҙ ярҙам" хеҙмәте вәкилдәре бергә йыйылды. Етди һөйләшеүҙән һуң был көсөргәнеш ике яҡ өсөн дә ыңғай хәл ителгән. Ял итеү бүлмәһенә косметик ремонт эшләнгән, яңы мебелдәр ҡуйылған, кейем алмаштырыу урыны булдырылып, душ кабинаһы ҡуйылған. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәббәсов әйтеүенсә, ашығыс ярҙам бригадалары бер тәүлектән 12 сәғәтлек эш графигына күсерелгән. Ошо сәбәпле, хеҙмәткәрҙәргә йоҡлау ҡаралмаған.
Читайте нас: