Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 11:58

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй конкурсының «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» төбәк этабы башланды.

Конкурс милли проект сиктәрендә уҙғарыла

Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй конкурсының «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» төбәк этабы башланды. Был хаҡта Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итә.
Бәйгенең маҡсаты – эшҡыуарҙың ыңғай образын булдырыу, халыҡты, шул иҫәптән үҙ мәшғүллек менән шөғөлләнеүселәрҙе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһенә йәлеп итеү.
Төбәк этапта еңгәндәр федераль этапта көсөн һынаясаҡ. Унан тыш, халыҡ-ара һәм Рәсәй иҡтисади форумдарында ҡатнашасаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 5 сентябргә тиклем ҡабул ителә. «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» бәйгеһе «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в