– Дөрөҫ итеп, ашыҡмай, донъяның, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр, – ти ауылдаштары Рәсимә һәм Рим Йосоповтар хаҡында.
Күрше райондың Иҫке Яппар ауылы ҡыҙы Рәсимәнең дә Ябалаҡлыға килен булып төшөүөнә 33 йыл булып киткән. Ошо дәүер эсендә Ильнур менән Айнурҙы һәм Наҙгөлдө үҫтереп, уҡытып, башлы-күҙле итеп, бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә өләсәй, олатай булырға ла өлгөрҙөләр.
– Шатлығым эсемә һыймай, күптән түгел генә Айгөл киленебҙ ейәнсәр бүләк итте, – ти бәхетле олатай. – Килендәрҙән уңдыҡ, улдарым да бик аҡыллылар, Наҙгөлөм, – уның исеме үк әйтеп тора, – тип дауам итә Рим Хәмит улы, – ҡулынан эш ҡоралын төшөрмәй генә.
Ихата төҙөк, мунса, солан, семәрләп эшләгән аласыҡ һ. б. Рим үҙ ҡулдары менән эшләгән. Кеше ҡушыуға ҡарағанда үҙ ҡулдарың менән эшләүе отошло ла, арҙанға ла төшә шул.
– Атай-олатайым үҙ заманында оҫта ҡуллы булдылар, улар эргәһендә йөрөп, күреп өйрәндем, улдарым да булыша, ейәнем Айданға ла һабаҡ, – ти Рим, ейәнен һөйөп.
25 йыл педагогик стажы булған Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы мәктәп ябылғас, күп уйлап тормай, лаборант һөнәрен үҙләштереп Шишмә май экстракциялау заводында бына 10 йыл инде эшләп йөрөй. Тик торорға яратмаған Йосоповтар күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, балаларына ла ярҙам итәләр.
– Тормош иптәшемдән бик уңдым. Эсмәй, тартмай, сәләмәт тормош алып бара – бөгөнгө ғибрәтле донъяла был бик мөһим тип уйлайым. Улдарым да аталары өлгөһөндә тәртипле үҫтеләр. Тормош арбаһын бергә тартҡас, йәшәүе күңелле лә, рәхәт тә. Бөтә эште икәүләп эшләйбеҙ, график менән эшкә йөрөгәс, был ир йәки ҡатын-ҡыҙ эше тип тормайбыҙ, Римем һыйырҙарҙы һауып, һөттө лә сепаратор аша сығарып ҡуя, – ти бәхетле ҡатын.
Төп нигеҙҙе һыуытмай, йылыһын тойоп йәшәгән Йосоповтар хужалыҡта ғына түгел, эштә лә алдынғылар рәтендә. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы һәм район хакимиәте биргән күп һанлы почет грамоталары ошо турала һөйләй. Ауылда үткән сараларҙы
ойоштороусыларҙың да береһе булып тора улар. Өйҙәре лә үҙҙәре шикелле әллә ҡайҙа күренеп балҡып ултыра. Эштән йәм табып, балалары хөрмәтенә кинәнеп, күршеләре менән дуҫ-татыулыҡта, донъяларынан ҡәнәғәт булып, һөйөп-һөйөлөп йәшәй Рәсимә һәм Рим Йосоповтар.