Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге 27 июлдән 2 авгусҡа тиклем һорау алыу үткәргән. Унда ҡатнашыусыларға исемлектән ышаныс белдергән сәйәсмәндәр һайларға ҡушылған.
Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, 64,9 процент кеше Рәсәй Президенты Владимир Путинға ышаныс белдергән. Ә 31,3 процентының, киреһенсә, уға ышанмауы асыҡланған.
Бындай һорау алыуҙар йыл башынан ойошторолоп килә. Көнөнә 1 мең 600 кешенән яуап алына.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова