Иглин районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» республика хәйриә акцияһы дауам итә. «Лайс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илмир Зиянгиров акцияның координаторы – район ғаилә хеҙмәтенә мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырҙы. Улар ауыр хәлгә тарыған, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға тәғәйенләнгән. Ғаилә хеҙмәте коллективы эшҡыуарлыҡ өсөн шундай ҡатмарлы ваҡытта ла был изге эштән ситтә ҡалмаған эшҡыуарға рәхмәт белдерә һәм битараф булмаған кешеләрҙе акцияла ҡатнашырға саҡыра.