Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 17:30

Уттың ялы юҡ

Кисә Благовещенск ҡалаһының шәхси йорттарының береһендә янғын сыға

10 август Благовещен ҡалаһында йәшәгән 63 йәшлек ир өсөн бик ҡыҙғаныслы тамалана - ул ут ҡорбаны була.
Мәрхүм ҡаланың шәхси йорттарының береһендә йәшәгән була. Киске етеләр тирәһендә ағас йорттоң төкәтмәһендә янғын сыға. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала "ҡыҙыл әтәс" менән көрәшергә ебәрелә.
Янғын тулыһынса һүндерелә, утты ауыҙлыҡлау өсөн һигеҙ ҡотҡарыусы һәм өс техника йәлеп ителә.
Ваҡиға урынында белгестәр эшләй, улар янғын сығыу осрағын тикшерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙе ҡотҡарып алып ҡалып булмай.
Уттың ялы юҡ, тигәндәй уның менән һаҡ эш итегеҙ. Электр приборҙарын һүндермәй ҡалдырмағыҙ, ут менән шаярмағыҙ!
Читайте нас: