Өфө район хакимиәтенең махсус комиссияһы ағзалары тарафынан 2020 - 2021 йылдарҙағы яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле тикшерелә башланы.Райондағы 67 белем усаҡтары - мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәлмә белем биреү учреждениеларының хәүефһеҙлеген тикшерә башлаған комиссия, илдәге эпидемиологик хәл торошона ҡаршы профилактик сараларға, уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең коронавирустан һаҡланыу сараларына етди иғтибар бүленеүен билдәләне. Яңы уҡыу йылы башланыу менән райондың һәр белем усағы термометр, дезинфекция шыйыҡсалары менән дә тәьмин ителәсәк.Һанаулы ғына көндәрҙән яңы уҡыу йылына аяҡ баҫабыҙ. Улар тулы әҙерлек менән үҙенең уҡыусыларын, тәрбиәләнеүселәрен көтөп ҡала.