Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 19:20

Иглинда ағас ҡырҡыусылар көс һынашты

Сараның маҡсаты - эшсе һәм инженер һөнәрҙәренең абруйын арттырыу, таратыу, йәштәрҙе ылыҡтырыу

“Ағас ҡырҡыусы–2020” VI республика чемпионатында Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Асҡын, Нуриман һәм Иглин райондарынан ун команда көс һынашты. Сара йыл һайын эшсе һәм инженер һөнәрҙәренең абруйын арттырыу, таратыу, йәштәрҙе ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарыла. Һабантуй яланында утыҙ урман йығыусы оҫталыҡта көс һынашты. Ҡойма ямғыр ҙа конкурсанттарға ҡомасау итә алманы. Сарала ҡатаншыусылар эшкә бысҡыны әҙерләү, ағас ҡырҡыу, йығылған ағастарҙы турау, ботаҡтарын ҡырҡыу, үлсәмгә тура килтереп бысыу кеүек күнекмәләрҙә үҙҙәрен һынап ҡараны. Бөтә һынауҙарҙы үткәндән һуң һөҙөмтәләр билдәләнде. “2020 йылдың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы” исеменә Асҡын районынан Н. В. Калинин лайыҡ булды. Командалар араһында Өфө урман техник техникумы - беренсе, Ҡариҙел ағас сәнәғәтселәре берлеге – икенсе, Асҡын урман ҡырҡыусылары – өсөнсө.
Ә. Вәлиуллин фотолары.
Читайте нас: