Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 19:18

Уттан ҡалмай...

Благовещен районы Удельно-Дыуанай ауыл хакимиәтенең янғын хәүефһеҙлеге буйынса комиссияһы ағзалары тарафынан күп кәрәкле эштәр башҡарыла

Благовещен районы Удельно-Дыуанай ауыл хакимиәтенең янғын хәүефһеҙлеге буйынса комиссияһы ағзалары тарафынан күп кәрәкле эштәр башҡарыла.Улар район хакимиәте башлығы Надежда Жилина менән берлектә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ата - әсәләр, ауыл халҡы араһында профилактик эштәр үткәрә. Комиссия ағзалары янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек темаһын уйын алымдары аша аса, етди әңгәмә ҡора, төрлө аудиторияға лекциялар ҙа уҡый.Яңы уҡыу йылы алдынан йәнә лә улар ауылда йәшәгән биш ғаилә ағзалары менән осрашты, янғынды иҫкәрткән брошюралар ҙа өләште. "Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай" тигәндәй, үҙебеҙ ҙә һаҡ булайыҡ, яҡындарыбыҙҙы ла бәлә - ҡазаларҙан һаҡлайыҡ.
Читайте нас: