Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 11:37

Милли проект сиктәрендә яңы 6 кинозал асыласаҡ

Тейешле документ Кино фонды сайтында донъя күргән.

Федераль кино фонды «Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә Рәсәйҙең 500 меңгә яҡын кеше йәшәгән урындарында хәҙерге заман кинозалдарын булдырыу өсөн аҡсалата ярҙамды раҫланы.
Башҡортостан Республикаһы алты кинозалды йыһазландырыуға 29 миллион 99 мең аласаҡ. Улар – Дәүләкән ҡалаһы (ике кинозал), Иглин, Саҡмағош, Стәрлебаш райондары, Әлшәй районындағы Раевка ауылы. Тейешле документ Кино фонды сайтында донъя күргән. Конкурс үткәрелгән 2015 – 2019 йылдарҙа 32 учреждение нигеҙендәге 38 кинозалға ярҙам күрһәтелгән.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: