Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 17:53

Шөңгәккүлдә яңыртылған дауахана

Халыҡты бында хәҙер яңыртылған табип, процедура кабинеттары, палаталар көтөп тора

Шишмә районының Шөңгәккүл ауыл амбулатор дауаханаһы ремонтланды.Халыҡты бында хәҙер яңыртылған табип, процедура кабинеттары, палаталар көтөп тора. Ә ундағы бөтә медицина мебеле, кушеткалар менән Шишмә май экстракциялау заводы бушлай тәьмин иткән. "Сигма" компанияһына ингән завод директоры, Башҡортостан Республикаһы - Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты Айҙар Яҡупов әйтеүенсә, был дауаханала завод эшселәре күпләп хеҙмәтләндерелә, шуға ла 300 меңгә һатып алынған мебель бик кәрәкле һәм файҙалы бүләк.
Читайте нас: