Өфө районының Дмитриевка ауылындағы иҫке йылытыу ҡаҙанлығы урынына яңыһы ҡуйыла. Өфө район хакимиәте бүлгән бюджет аҡсаһына "Стройресурсы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте барса эштәрҙе еренә еткереп башҡара. 2020 - 2021 йылдарҙағы яғыулыҡ сезоны башланыр алдынан сафҡа индерәләсәк ҡаҙанлыҡ аша таратылған йылы фатир - йорттарҙы тигеҙ йылытыр.