Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 19:24

Иҫәп палатаһы етәксеһе ҡаҙна менән бәйле тәртип боҙоуҙарҙы хәбәр итте

2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Рәсәй ведомстволарында 50 миллиард һум ҡаҙна аҡсаһы менән бәйле тәртип боҙоуҙар асыҡланған. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуында Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин еткерҙе.

– Шунда уҡ әйтәм, беҙ 169 тикшереү үткәрҙек. Шуларҙың яртыһы ҡаҙна менән бәйле. Тикшереү комитеты һәм Генераль прокуратураның хоҡуҡи баһалауҙарын талап иткән 20 тәртип боҙоу асылды, документтар ебәрелде, – тине ул.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: