2020 йылда райондың үҙәк китапханаһы моделле китапханалар булдырыу буйынса федераль конкурс еңеүселәре исемлегенә инеп, үҙенең эшмәкәрлеген, китап фондын һәм китапхана мөмкинлектәрен яңыртыуға 15 миллион алғайны. Капиталь ремонттан һәм бинаһы яңыртылғандан һуң тулыһынса икенсе төҫ алды ул. Компьютер техникаһы, интернет селтәре менән йыһазландырылған, һәр теләүсе фәнни һәм әҙәби йөкмәткеле хәҙерге заман мәғлүмәт ресурстарына инә ала. Китап фонды классиканан хәҙерге заман китаптарына тиклем 6 мең дана йыйынтыҡ менән тулыланды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре лә Рәсәй дәүләт китапханаһында «Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә моделле муниципаль китапханалар булдырыу» темаһы буйынса курс үтте.